Центр информационных технологий и лингвистики
Документы РБ

4-се статья. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен яҡлау гарантиялары


1. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре дәүләттең яҡлауы менән файҙалана. Башҡортостан Республикаһының закондар сығарыу, башҡарма һәм суд власы органдары Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының бөтә телдәрен социаль, иҡтисади һәм юридик яҡлауҙы гарантиялай һәм тәьмин итә.

2. Телдәрҙе социаль яҡлау Башҡортостан Республикаһы территорияһында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының бөтә телдәрен һаҡлау, үҫтереү һәм өйрәнеүгә йүнәлтелгән фәнни яҡтан нигеҙләнгән тел сәйәсәте үткәреүҙе күҙ уңында тота.

3. Телдәрҙе иҡтисади яҡтан яҡлау Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүҙең дәүләт һәм фәнни программаларын айырым маҡсат буйынса бюджет һәм башҡа финанс тәьминәтен күҙ уңында тота.

4. Телдәрҙе юридик яҡтан яҡлау Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында закондарҙы боҙған өсөн юридик һәм физик шәхестәрҙең яуаплылығын тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота.