Центр информационных технологий и лингвистики
Документы РБ

3-сө статья. Телдәрҙең хоҡуҡи хәле


1. Башҡортостан Республикаһының бөтә территорияһында башҡорт һәм рус телдәре Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре: башҡорт теле үҙенең үҙбилдәләнешкә хоҡуғын тормошҡа ашырған башҡорт милләте теле булараҡ, рус теле Рәсәй Федерацияһының дәүләт теле булараҡ дәүләт телдәре булып тора.

2. Үҙ милли-дәүләт берләшмәләренән ситтә йәшәүсе халыҡтың күпләп ултырған ерендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре менән бер рәттән рәсми аралашыу өлкәһендә ошо ерҙә йәшәүсе халыҡтың теле файҙаланыла. Бындай урындарҙа телдәрҙе файҙаланыу тәртибе Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы закондары менән билдәләнә.

(28.12.2009 № 192-з БР Законы ред.)