Центр информационных технологий и лингвистики
Документы РБ

2-се статья. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәренең тиң хоҡуҡлылығын дәүләттең гарантиялауы


1. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре дәүләт яҡлауы аҫтында тора.

2. Башҡортостан Республикаһында телдәрҙең тиң хоҡуҡлығы таныла. Телдәрҙең тиң хоҡуҡлығы — халыҡтарҙың һәм шәхестең туған телен һаҡлауға һәм бөтә яҡлап үҫтереүгә, аралашыу телен һайлап алыу һәм файҙаланыу азатлығына хоҡуҡтары йыйылмаһы ул.

3. Башҡортостан Республикаһы, һанына ҡарамай, үҙенең бөтә халыҡтарына туған телен һаҡлауға һәм бөтә яҡлап үҫтереүгә, аралашыу телен һайлап алыу һәм файҙаланыу азатлығына тиң хоҡуҡтарын гарантиялай.

4. Башҡортостан Республикаһы һәр кемгә туған телен файҙаланыу, аралашыу, тәрбиә биреү, уҡытыу һәм ижад итеү телен, үҙенең сығышына, социаль һәм мөлкәт хәленә, расаһына һәм милләтенә, енесенә, белеменә, дингә мөнәсәбәтенә һәм йәшәү урынына ҡарамай, ирекле һайлап алыу хоҡуғын гарантиялай.

5. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәренең тиң хоҡуҡлығы закон менән һаҡлана. Закон менән ҡаралған осраҡтарҙан башҡа, бер кем дә теге йәки был телде файҙаланыуҙа сикләүҙәр йәки өҫтөнлөктәр урынлаштырырға хаҡлы түгел. Ошо Закон менән билдәләнеүсе нормалар Башҡортостан Республикаһы территорияһында булған Рәсәй Федерацияһы граждандарына, шулай уҡ сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә ҡағыла.