Центр информационных технологий и лингвистики
Документы РБ

1-се статья. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында Башҡортостан Республикаһы закондары


1. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында Башҡортостан Республикаһы закондары Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына, халыҡ-ара хоҡуҡтың дөйөм танылған принциптарына һәм нормаларына, Рәсәй Федерацияһының халыҡ-ара договорҙарына, федераль закондарға нигеҙләнә һәм ошо Закондан, Башҡортостан Республикаһы закондарынан һәм башҡа норматив хоҡуҡ акттарынан тора. (

2. Был Закон тел ярҙамында аралашыуҙың хоҡуҡи яҡтан көйләнергә тейешле әлкәләрен үҙ эсенә ала һәм рәсми булмаған шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә, шулай уҡ йәмәғәт һәм дини берекмәләр, ойошмалар эшмәкәрлегендә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен файҙаланыуҙың юридик нормаларын билдәләмәй.

3. Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәре тураһында Федераль закондар һәм башҡа норматив хоҡуҡ акттары Башҡортостан Республикаһы территорияһында мотлаҡ үтәлергә тейешле.