Центр информационных технологий и лингвистики
Документы РБ

Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында Рәсәй Федерацияһы закондары Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, халыҡ-ара хоҡуҡтың дөйөм танылған принциптарына һәм нормаларына, Рәсәй Федерацияһының халыҡ-ара договорҙарына, федераль закондарға нигеҙләнә һәм ошо Закондан, федераль закондарҙан һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа норматив хоҡуҡ акттарынан, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондарынан һәм башҡа норматив хоҡуҡ акттарынан тора.

“Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” Рәсәй Федерацияһы Законы (25 октябрь 1991 йыл, № 1807-1)

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында Башҡортостан Республикаһы закондары Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына, халыҡ-ара хоҡуҡтың дөйөм танылған принциптарына һәм нормаларына, Рәсәй Федерацияһының халыҡ-ара договорҙарына, федераль закондарға нигеҙләнә һәм ошо Закондан, Башҡортостан Республикаһы закондарынан һәм башҡа норматив хоҡуҡ акттарынан тора.

“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законы (17.03.2003, № 482-з, 28.12.2009, № 192-з БР Закондары ред.)